Бөгөн Әбйәлил юл ремонт-төҙөлөш идаралығының Бөрйән районы участкаһында 74 кеше эшләй. Руслан Денисламов етәкселек иткән коллектив эштәрен көйлө башҡара. Бөрйән юлсылары төбәк, муниципаль-ара (246 саҡрымдан ашыу) һәм урындағы (224 саҡрымдан ашыу) автомобиль юлдарын хеҙмәтләндерә. Быларҙан тыш 16 күпер, 447 торба, 16 туҡталыш, 47 саҡрымдан ашыу барьер ҡоймалар кеүек яһалма ҡоролмалар ҙа участка хеҙмәткәрҙәре ҡарамағында. Юлсыларҙың хеҙмәте барыһының да күҙ алдында. Ҡайҙалыр асфальт һалына, йыл дауамында автомобиль юлдары грейдер ярҙамында тигеҙләнә. Ай һайын юл ситтәре, туҡталыштар сүп-сарҙан, ҡышын ҡарҙан таҙартыла, шулай уҡ юл билдәләрен буяу үткәрелә. Производство-техник бүлеге начальнигы Айрат Баязитов биргән мәғлүмәттәр буйынса, быйыл 8903 метр барьерлы ҡоймалар, 9 автопавильон буялған. Юл билдәләрен һәм туристик йүнәлештәге билдәләрҙе ҡуйыу, йәйәүлеләр үткәүелдәренә билдәләр ҡуйыу, горизонталь разметкалар һыҙыу, сигнал тумбаларын ҡуйыу һәм алмаштырыу, боҙлауыҡҡа ҡаршы тоҙ-ҡом ҡат
