Әбделмәмбәт мәктәбе яңылыҡҡа ынтылышы, заман менән бергә атлауы, белем биреүгә үҙенсәлекле ҡарашы менән айырылып тора. Шуға күрә лә тап ошо мәктәптә районыбыҙҙа беренселәрҙән булып “Кванториум” мобиль технопаркы асылыуы һис тә ғәжәп түгел. Башҡортостанда иң беренсе мобиль технопарк 2020 йылда “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ул өҫтәмә белем биреү учреждениелары булмаған алыҫ ауылдарҙағы балаларға республика бюджеты иҫәбенә фәнни-ғәмәли һәм техник йүнәлештәге программалар буйынса өҫтәмә белем алырға мәмкинселек бирә. Мобиль технопарктың маҡсаты булып уҡыусылар араһында инженерлыҡ һәм фәнни һөнәрҙәрҙең абруйын арттырыу, инженер кадрҙары әҙерләүгә булышлыҡ итеү тора. Әбделмәмбәт мәктәбе Рәсәй кимәлендә үткән конкурсҡа ғариза нигеҙендә һайлап алына. Бөгөн иһә был мәктәптә уҡыусылар сәнәғәт дизайны, виртуаль ысынбарлыҡ, квадрокоптер һәм башҡа йүнәлештәр буйынса өҫтәлмә белем ала. Мәктәптең өс кабинетында лазер станоктары, 3D-принтерҙар, 3D-ручкалар, квадрокоптерҙар, кв