Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Еңел аҡса эшләйем тип...

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса бүлегенә 73 йәшлек инәйҙең 130 мең һумдан ашыу аҡсаһын урлау тураһында ғариза килә. Мутлашыусылар пенсионер ҡатынды уның ейәнсәре исеменән алдай. Уға телефон аша шылтыратып, ҡыҙыҡай үҙ ғәйебе менән авария яһаған һәм унда йәрәхәтләнгән кешеләрҙә дауалау өсөн аҡса кәрәк тиҙәр. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса бүлегендәге енәйәт тикшереү бүлеге начальнигы “ҡайнар эҙҙәр” буйынса ғәйепләнеүсене тота. Асыҡланыуынса, пенсионерҙың аҡсаһын 17 йәшлек үҫмер алған булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, егет эште интернет аша таба. Уға кешеләрҙән барып аҡса алырға һәм банкомат аша күсерергә тәҡдим итәләр. Был эштең енәйәт менән бәйле булыуын белмәнем тип аҡлана үҫмер. Әбейҙең уға аҡса менән бергә бер пакет әйбер биреүе лә аптыратмай. Егет, уны яллаусылар өйрәтеүе буйынса ҡатындан 130 мең һумдан күберәк аҡса ала һәм күрһәтелгән иҫәпкә күсерә. Үҙенә эше өсөн 3 мең һум самаһы аҡса ҡалдыра. Әле мутлашыу буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Юғалған аҡсаны түләү ғәйепләнеүсенең иңенә төшәсәк. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: интернеттағы шикле эшкә ризалашмағыҙ. “Еңел” аҡса өсөн закон буйынса яуап бирергә тура киләсәк. Әгәр интернетта аҡса эшләү тураһында иғлан күреп ҡалһағыҙ, компания тураһындағы документтарҙы тикшерегеҙ. Юҡ икән, тимәк эш тә законһыҙ. Фото: belizvest.ru