Хәйбулла районы хакимиәте махсус хәрби операция биләмәһендә булған яугирҙәрҙең яҡындарына бар яҡлап ярҙам итә. Әле күптән түгел улар Бөрйән районына барып Шүлгәнташ мәмерйәһен, Баймаҡ районы Манһыр ауылында әүлиә, халыҡ табибы Мөжәүир олатай ҡәберлегенә зыярат ҡылһа, ошо көндәрҙә ете кеше “Яҡтыкүл” шифаханаһына ял итергә юлланды. Уларҙы райондың ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова оҙатып йөрөй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем шифахана-курорт дауаланыуына ташлама менән яугир үҙе генә файҙалана ала ине. Хәҙер Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан кеше дауаланыу осорон туғандары менән тигеҙ өлөшкә бүлә йәки яҡын туғандарының береһенә - ҡатынына (иренә) йәки ата-әсәһенә (уллыҡҡа алыусыларға) шифаханала дауаланыу хоҡуғын тулыһынса тапшыра ала. Дауаланыу ваҡыты - 14 көн. Ташлама менән бер тапҡыр ғына файҙаланырға мөмкин. Ваҡытты ҡатынығыҙ йәки ата-әсәгеҙҙең береһе менән 7-шәр көн итеп бүлергә мөмкин. Йәки туғандарының береһенә 14 көндө лә бирә ала. Шулай уҡ юлламаны т