“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының беренсел звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Стәрлебаш районының Тормай ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ауыл халҡын иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов, үҙәк район дауаханаһының баш табибы Фидаил Хәбибуллин, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Стәрлетамаҡ медицина округы буйынса штаттан тыш белгесе Илшат Яппаров килде. Яңы бинала тәүге медицина ярҙамын 263 кеше, шул иҫәптән 24 бала аласаҡ. Пациенттар өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған, процедура, ҡабул итеү кабинеттары, дарыуҙарҙы һаҡлау бүлмәһе бар. Халыҡты фельдшер Алина Тарова хеҙмәтләндерәсәк. – Яңы медицина учреждениеларының әһәмиәтен баһаламау мөмкин түгел. Хәҙер ауыл халҡы тәүге медицина хеҙмәттәрен йәшәгән ерендә алыу мөмкинлегенә эйә, район дауаханаһына барып йөрөү кәрәкмәй, – ти үҙәк район дауаханаһының баш табибы Фидаил Хәбибуллин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәше