Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ кәңәшмәлә урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһын үткәреү йомғаҡтары тураһында һөйләне. Көҙгө акцияның юбилей миҙгеле республикала бик уңышлы үтте, унда халыҡ ҡына түгел, ә ҙур предприятиелар ҙа әүҙем ҡатнашты. – Экологик сараларҙа ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәтемде еткерәм. Бөтә муниципалитеттар ҙа республиканы йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индерҙе, – тине министр. Быйылғы ағас ултыртыу акцияһы көҙгө урман мәҙәниәте эштәре менән тап килде. Шуға күрә быйыл акцияла ҡатнашыусылар ағастар ғына ултыртып ҡалманы, ә урман биләмәләрен йыйыштырҙы, элек ултыртҡан үҫентеләрҙе ҡараны. Бөтәһе акция барышында 1300 гектар ерҙә 4,5 миллион үҫенте ултыртылған, сараларҙа 80 мең кеше ҡатнашҡан. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Урман хужалығы министрлығы.