Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ғәфү итегеҙ, дуҫтарым...

Быйыл Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Иҙел Нурғәлин үҙенең юбилей концерттары менән тамашасыны ҡыуандыра. Яңыраҡ Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында һәләтле артист һәр ваҡытлыса ҡабатланмаҫ байрам атмосфераһын булдырып, матур тамаша бүләк итте. Концертта тамашасы Иҙелдең һәр йырын һоҡланыу һәм алҡыштар менән ҡабул итте. Сараға килеүселәр билдәләүенсә, Иҙел Нурғәлин – ижадында быуындар күсәгилешлеген һаҡлаған уникаль йырсы, уның йырҙарында үткән йылдарҙағы легендар йырҙарҙың һирәк осраған ноталарын һәм моңлолоғон ишетергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта Иҙел - үҙенең үҙенсәлекле харизмаһы, юморы һәм дәртлелеге менән бик көслө һәм сағыу шоумен. Был көндә Иҙелде 35 йәшлек юбилейы менән ҡотларға ата-әсәһе, туғандары, коллегалары, дуҫтары һәм рәхмәтле тамашасыһы килгән ине. Улар артисҡа матур сәскә гөлләмәләре һәм башҡа күп бүләктәр тапшырҙы. Концертта Иҙел Нурғәлин үҙенең яңы ижад емешен – “Ғәфү итегеҙ, дуҫтарым” йырын башҡарҙы. Был йыр махсус хәрби операция билмәһендә Ватаныбыҙҙы һаҡла

Быйыл Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Иҙел Нурғәлин үҙенең юбилей концерттары менән тамашасыны ҡыуандыра. Яңыраҡ Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында һәләтле артист һәр ваҡытлыса ҡабатланмаҫ байрам атмосфераһын булдырып, матур тамаша бүләк итте. Концертта тамашасы Иҙелдең һәр йырын һоҡланыу һәм алҡыштар менән ҡабул итте. Сараға килеүселәр билдәләүенсә, Иҙел Нурғәлин – ижадында быуындар күсәгилешлеген һаҡлаған уникаль йырсы, уның йырҙарында үткән йылдарҙағы легендар йырҙарҙың һирәк осраған ноталарын һәм моңлолоғон ишетергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта Иҙел - үҙенең үҙенсәлекле харизмаһы, юморы һәм дәртлелеге менән бик көслө һәм сағыу шоумен. Был көндә Иҙелде 35 йәшлек юбилейы менән ҡотларға ата-әсәһе, туғандары, коллегалары, дуҫтары һәм рәхмәтле тамашасыһы килгән ине. Улар артисҡа матур сәскә гөлләмәләре һәм башҡа күп бүләктәр тапшырҙы. Концертта Иҙел Нурғәлин үҙенең яңы ижад емешен – “Ғәфү итегеҙ, дуҫтарым” йырын башҡарҙы. Был йыр махсус хәрби операция билмәһендә Ватаныбыҙҙы һаҡлаған ир-егеттәргә бағышланған. Уны залдағы тамашасылар баҫып тыңланы, күптәрҙең күҙҙәре йәшкә мансылды. - Иҙел улым, рәхмәт, афарин! Бик матур, тәрән эстәлекле йыр. Ошо йырҙы тыңлар өсөн генә лә мин һинең концертыңа килер инем. Ижади уңыштар һиңә, алдағы көндәрҙә лә ошондай матур йырҙар яҙып торорға насип итһен Хоҙай. Амин, – тип яҙған социаль селтәрҙә Рая Әхирйәрова. Артист үҙе лә Өфөлә уҙған концерттан ҡәнәғәт ҡалған. “Өфөлә юбилей концерты шаулап-гөрләп үтеп китте, Аллаға шөкөр. Барығыҙға ла мең рәхмәт”, – тип белдерҙе ул. Фото: скриншот һәм vk.com/club18497279. Видеояҙма авторы: Рәмилә Мусина.