Батырҙарҙы ла, бөйөктәрҙе лә тыуҙырған ул ауыл, ғалимдарҙы ла, илһөйәрҙәрҙе лә тәрбиәләгән ауыл. Донъя тап тәбиғәт ҡосағында көс-дәрт, һулыш алып йәшәгән ауылдары менән йәмле, уның бал ҡортондай егәрле, саф күңелле, ихлас хеҙмәт кешеләре менән рухлы. Ауылдар беҙҙе бәләкәйҙән йәшәргә, тыуған төйәктең ҡәҙерен белергә, кәрәк булһа, уны һаҡларға, тәрбиәләргә кәрәклеген өйрәтә. Әлеге ҡатмарлы дәүерҙә лә халҡыбыҙҙың алтын бишеге, ныҡлы нигеҙе, таянысы ул ауылдар. Ҡалалар ҙа унан көслө, рухлы, ынтылышлы йәштәрҙе үҙенә алып, һәр йәһәттән байый, сафлана, ҡеүәтләнә кеүек. Тыуған яҡ, тыуған ер-һыу, тәбиғәт гүзәллеге менән ғорурланып та, һоҡланып та үҫкән балалар берҙәм, ысын илһөйәрҙәр булып етешә. Ябай ауыл малайҙарының бөгөн Ватан һағына баҫып, иҫ киткес тәүәккәллек, ирҙәрсә ныҡлыҡ, сыҙамлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтеүе - шуға миҫал. Шундай егеттәрҙең береһе менән Әлшәй районында таныштыҡ. Етди ҡарашлы, аҙ һүҙле “Баян” позывнойлы яугир яраланғандан һуң әле район дауаханаһында дауаланырға мәжбүр. Саҡмағош районында тыуып үҫһә лә, яҙмыш уны Әлшәй тарафтарына алып килгән. Колледжда автослесарь һөнәрен алып сыҡҡан. 2012 йылда армия сафында хеҙмәт иткән. Мурманск өлкәһенә эшкә саҡырғастары, күп уйлап тормаған, торба үткәргестәре монтажсыһы булып эш башлаған. Егеттең әйтеүенсә, һөнәре ҙур һорау менән файҙаланған, махсус хәрби операция башланғас та, уны эштә ҡалдырырға, бронь бирергә уйлайҙар. Тик егет унан баш тарта һәм 27 октябрҙә хәрби әҙерлек һыҙығына баҫа. Аҙаҡ махсус хәрби операция зонаһында, разведка ротаһында көсөргәнешле хеҙмәт башлана. –Быйыл августың һуңғы көнөндә ҡаты яраландым. Тәүҙә Белгород, аҙаҡ Мәскәүҙәге Н.Н.Бурденко исемендәге хәрби клиник госпиталдә дауаландым. Тыуған яҡҡа ҡайтарҙылар, күреп тораһығыҙ, әлегә ныҡ аҡһайым, һыҙландыра. Тиҙерәк ҡулға ҡорал тоторлоҡ, йүгерерлек булып һауығырға ине... – ти танышыбыҙ. –Аҙаҡ яратҡан эшеңә тотонмаҡсыһыңдыр инде? –Һауығыу менән, Алла бирһә, егеттәр янына, хәрби зонаға! Улар бит мине көтә! Йәһәтерәк аяҡҡа баҫырға ине... Беҙ хәҙер бер туғандайбыҙ, еңеүһеҙ яу яланынан китеү юҡ, – ти ул, ҡатылыҡ менән фекерен нығытып. “Башҡалар ҙа шундай ҡәтғи ҡараштамы?”– тигән һорауыбыҙға етди яуап алдыҡ. “Башҡаса булыуы мөмкин түгел, – тине Римил. –Беҙ ни өсөн яу яланында булыуыбыҙҙы яҡшы аңлайбыҙ. Ихтыяр көсө лә, ныҡышмалылыҡ та етерлек. Кемдәр контракт төҙөп, беҙҙең рәттәрҙе тулыландырырға, иңгә-иң терәп хеҙмәт итергә теләй икән, рәхим итһендәр. Мин уларҙың үҙ өҫтәрендә ныҡышмалы эшләүҙәрен, спорт менән шөғөлләнеүҙәрен, физик сәләмәтлектәрен нығытыуҙарын теләйем. Яу яланында үҙеңде һәм иптәштәреңде һаҡлау өсөн әҙерлек кәрәк. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ, ауыл малайҙары, ауыр эшкә күнегеп, ер ҡаҙып, бесән сабып,утын ярып үҫкәнбеҙ, шуға күрә яңы шарттарға өйрәнеп китеүе еңелерәк кеүек. Белмәгәнде өйрәнәбеҙ, иң мөһиме, бер-береңдең ярҙамын, ауыр саҡта иптәшеңдең ташламаясағын, туғандарса мөнәсәбәтен тойоп хеҙмәт итәбеҙ”. Егеттең “беҙ – ауыл малайҙары” тип, бер аҙ ғорурлыҡ тойғоһо менән баҫым яһап әйтеүе ғәжәп тә түгел, сөнки яҡташлыҡ, күршелек, рухи яҡынлыҡ беҙҙә борон- борондан изге тойғоларҙың береһе, сит тарафтарҙа был сифаттар йәнә баҙыҡлана, көсәйә төшә. “Тағы яу яланына ашҡынаһың, кәләшең ни ти һуң, ҡаршы төшмәҫме?”– тиеүебеҙгә егет йылмайып ҡуйҙы:”Алена көтә белә ул. Ялға ҡайтҡан саҡта миңә кейәүгә сығырға тәүәккәлләне бит. Мөнәсәбәттәребеҙ яҡшы, һыу үтерлек түгел. Көтәсәк!” Матур киләсәккә яҡты уйҙар дәртләндермәһә, ҡанат ҡуймаһа, ер йөҙөндә тормош туҡтап ҡалыр ине, моғайын. Үҙенә хас ауырлыҡтары, ҡаршылыҡтары менән туптай алға тәгәрәгән заманда ғүмерҙең ҡәҙерен, мәғәнәһен белеп, ынтылыш менән йәшәгән йәштәребеҙ барлығы һөйөнөслө. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. Әлшәй районы.