23 октябрҙә Шишмә районы судында юл фажиғәһендә һәләк булған Диана Сәфәрова эше буйынса тикшереү башланды. Ғәйепләнеүсе үҙенең адвокаты менән процестың ябыҡ үтеүен һораған. Шуға күрә киң мәғлүмәт сараларын, туғандарын, дуҫтарын, таныштарын судҡа индермәгәндәр. Диана Сәфәрованың дуҫы Айгөл Хрисанова һөйләүенсә, һәләк булған ҡатындың блогына меңәрләгән кеше ҡайғырыуын белдереп яҙа, миллионлаған кеше уны судта яҡларға әҙер. Ҡыҙ әйтеүенсә, аварияла ғәйепле булған кеше ғәфү үтенмәгән һәм теләктәшлек белдермәгән. Алдан яҙыуыбыҙса, Диана Сәфәрова - билдәле эстрада артисы Әнүәр Нурғәлиевтең яҡын туғаны. Уны ла суд залына индермәгәндәр. Әнүәр Нурғәлиев белдереүенсә, өс бала әсәһенең үлеменә килтергән аварияның сәбәпсеһе тип ғәйепләнгән егетте ике адвокат яҡлай. – Бөтә туғандарыбыҙ әле һаман да ҡайғыла. Мин үҙем дә төшөнкөлөккә бирелдем, сөнки был әле һаман баштан сыҡмай, әйләнә лә әйләнә. Балаларға килгәндә, мин бер ай буйына ҡалалар буйлап йөрөгәндә балалар өсөн бүләктәр алам. Кешеләр ҙә быны күрә. Был хәл улар өсөн бер нәмә лә түгел кеүек. Уны эскән килеш рулдә тотҡандар ғына. Ә бит был оҙон-оҙаҡ фажиғә булып, оҙаҡ дауам итәсәк һәм бер ваҡытта ла бөтмәйәсәк. Беҙҙе ғүмер буйына эҙәрлекләп йөрөйәсәк, әсәһен дә, балаларҙы ла. Улар ҙа: “Әсәй нисек, ниңә үлгән?”, “Ошо эскән бәндә ғәйебе арҡаһындамы?” – тип һорау бирәсәк, уйланасаҡ. Эскән кеше – кеше түгел, тип иҫәпләйем. Ошондай хәлдәрҙең булыуы бик ҡыҙғаныс, – тип белдерҙе Әнүәр Нурғәлиев. Егет ғәйебен танымаған. Ултырышта ул үҙенең тәүге күрһәтмәләрен кире ҡағыу тураһында бер нисә үтенес менән мөрәжәғәт иткән. Был күрһәтмәләрҙә ул аварияла ғәйепле булыуын һәм иҫерек булыуын белдергән булған. Әммә суд уның был үтенесен кире ҡаҡҡан. Киләһе ултырыш 30 октябргә билдәләнгән. Был ваҡиға, ғөмүмән, барлыҡ авариялар кешелек, водителдәр өсөн һабаҡ булһын ине. Эсеп рулгә ултырмағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ! Һеҙ үҙегеҙ өсөн генә түгел, ә башҡа кешеләрҙең ғүмере һәм яҙмышы өсөн яуаплы. Бындай бәләләрҙән Хоҙай үҙе аралаһын, ә инде башынан кисергәндәргә түҙемлек бирһен... Фото: vk.com/club220448099