Унда Ҡаҙағстандың Өфөләге почетлы консулының офисын астылар. Хөкүмәт Рәйесе ҡунаҡҡа Республика менән идара итеү үҙәгенең мөмкинлектәрен һөйләне. Илсе ике республиканың сәнәғәт кооперацияһынан алып туризмға тиклем хеҙмәттәшлек итеүҙә ҙур потенциал булыуын билдәләне. Ике төбәктә лә башҡорт һәм ҡаҙаҡ диаспоралары көслө. Башҡортостанда Ҡаҙағстандан меңгә яҡын студент уҡый, тимәк, кәмендә мең ғаилә һеҙҙең республика менән бәйле, тип өҫтәне ул. Андрей Назаров ҡунаҡтарға Башҡортостанға сәфәре өсөн рәхмәт әйтте. – Ишектәребеҙ һәр саҡ асыҡ, хеҙмәттәшлек итеүгә, тауар әйләнешен арттырыуға шатбыҙ. Беҙ башҡарған бөтә эштәр ҙә һәр ваҡыт һөҙөмтә бирә, шуға күрә беҙ Астаналағы “Иннопром”ға ла ҙур делегация менән килдек. Киләсәктә Кустанайға һәм Алма-Атаға эш сәфәре планлаштырыла. Ҡаҙағстандан коллегаларыбыҙҙы эш сәфәре менән генә көтөп ҡалмайбыҙ, ә Башҡортостан менән яҡынданыраҡ танышыр өсөн дә айырым килегеҙ, – тине республика Министрҙар кабинеты башлығы. Фото: pravitelstvorb.ru