Баш ҡалабыҙҙа этнотуризм буйынса 3-сө халыҡ-ара форум уҙғарыла, шулай уҡ уның сиктәрендә “Йыл маршруты-2023” Бөтә Рәсәй туристик премияһының финалы ла үтә. Сарала илбеҙҙең төрлө төбәктәренән, Белоруссия һәм Абхазиянан ҡунаҡтар ҡатнаша. Бөгөн “Торатау” конгресс-холында форум тантаналы рәүештә асылды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. - Өфөлә этнотуризм буйынса халыҡ-ара форумды өсөнсө тапҡыр уҙғарабыҙ. Беҙҙең республика был йәһәттән үҙенсәлекле, бында төрлө халыҡ вәкилдәре йәшәй. Иң мөһиме –улар үҙҙәренең мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлай, - тине ул сығышында. Артабан “Этнотуризм - туристик биләмәләр үҫешенең драйверы” тигән темаға пленар ултырыш уҙғарылды. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министры урынбаҫары Азамат Ғәлин республикала туризм үҫеше менән таныштырҙы. -Башҡортостанда беҙҙең төбәгебеҙгә тартып торған урындар байтаҡ. Шүлгәнташ мәмерйәһен барып күреү тәрән тәьҫораттар ҡалдыра. Былтыр унда “Шүлгән-таш” тарихи-музей комплексын астыҡ. Яңы технолог