Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яҡташтарыбыҙ Ҡазанда халыҡ-ара фестивалдә ҡатнаша

20-27 октябрҙә Ҡазан ҡалаһында "Ҡазанда Көнсығыш баҙары" тип аталған халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале уҙғарыла. Күләмле музыка форумында төрки донъяһының эстрада артистары ҡатнаша. Фестивалдә 40 милли мәҙәниәт, 25 ил, Рәсәйҙең 15 төбәге вәкилдәрен күрергә мөмкин. Башҡортостандан 100-ҙән ашыу артист бөгөн "Пирамида" мәҙәни-күңел асыу комплексында ойошторолған концертта сығыш яһай. Фестивалдә быйыл беренсе тапҡыр "Евразия йөрәгенән сәләм" тигән гала-концерт ҡуйыла, унда Башҡортостандың 100-ҙән ашыу иң шәп башҡарыусыһы, ижади коллективтары сығыш яһай. Улар араһында - Фидан Ғафаров, Айҙар Ғәлимов, Нәзифә Ҡадирова, Ғәли Алтынбаев, Филүс Ҡаһиров, Иҙрис Ғәзиев, Айгөл Һағынбаева, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, "Карауанһарай", "Премьер" төркөмдәре, "Арғымаҡ" этно-төркөмө, "Хазина" этно-проекты, "Бишбармаҡ" оркестры, Азамат Ғафаров, Гөлшат Ғирфанова, Марсель Ҡотоев, Рәфис Сирусин, Зилиә Бәхтиева, Тимур Рамаҙанов, Гөлнара Вәлиева, Илнур Һибәтуллин, Алина Дәүләтханова һәм башҡалар. "Бөгөн ҙур ижади төркөм менән Ҡазандабыҙ. "Пирамида" " мәҙәни-күңел асыу комплексында "Евразия йөрәгенән сәләм" тигән ҙур концерт була. Тамашасыларҙы яратҡан артистары һәм коллективтары менән осрашыу көтә. Бәтә яҡташтарҙы, Ҡазан халҡын һәм ҡунаҡтарын саҡырабыҙ!" - тип яҙҙы социаль селтәрендә республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. Фото: vk.com/amina_shafikova