Найти тему
Башҡортостан гәзите

Юлдарҙа эш туҡтамай

Башҡортостанда юлдар ремонты тамалана. Мәҫәлән, Бәләбәй районында Глуховская – Знаменка, Өфө – Бөрө – Яңауыл юлдары. Ә алдағы ике аҙнала Өфө районындағы Курасково – Нөрлө – Арыҫлан юлын тапшырасаҡтар. Шаҡша, Ағиҙел һәм Зинино күперҙәрен төҙөү арҡаһында барлыҡҡа килгән Өфөләге тығындар халыҡ араһында ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Тик ҙур ҡалала бер юлы өс күпер төҙөү осрағы ла йыш осрамай. Ошондай ҡатмарлы ваҡытта бындай ҙур төҙөлөш өсөн аҡса табылыуы бик һәйбәт. Юлдарҙағы хәлдәрҙе яҡшыртыу өсөн республикала нимәләр эшләнеүе тураһында “Сәләм” каналына Республикаға идара итеү үҙәгенән тоташып транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов һөйләгән. Бының өсөн светофор эшен үҙгәртәләр, ЮХХДИ менән бергә рейдтар үткәрәләр, мөмкин булған урында тамғалар һыҙалар һәм юл билдәләре эләләр. Юлсылар быйыл 470 километр юл һәм 800 метр күпер ремонтлай. Октябрь башына ҡарата 200 километр юл әҙер, ҡалғанын йыл аҙағына тиклем тапшырасаҡтар. Күперҙәргә килгәндә. Илеш районындағы йылға аша ремонтланған күперҙе ваҡытынан алда тапшырғандар. Ошо көндәрҙә Ғафури районында Ағиҙел аша күпер ремонтланып бөтәсәк. Фото: "Башинформ".