Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ишбирҙеләр яу яланына "УАЗ"ик оҙатты

Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға "УАЗ" автомобиле оҙатты. Уны ауылдың шәхси эшҡыуары Нурбулат Халиҡов әҙерләгән. Техниканы буяу эштәре Сибайҙа башҡарылған, ауылдың ир-егеттәре иһә кәрәкле запас частар менән ярҙам күрһәткән. "УАЗ" автомобиле менән бергә егеттәргә ауыл халҡынан аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-ярағы, шәхси гигиена әйберҙәре лә әҙерләнә. Ауыл хакимиәте башлығы Д.Р. Иҙелбаев белдереүенсә, был изге эштән урындағы мәктәп уҡыусылары ла ситтә ҡалмай. Күмәкләгән - яу ҡайтарған, ти халыҡ мәҡәле. Ишбирҙеләр ебәргән ылау егеттәргә имен барып етһен. Иң мөһиме, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, яуҙағыларға тыуған яҡтарға, яҡындары янына иҫән-һау тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Фото һәм текст сығанағы: Альбина Байегетова.