Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Илсе Өфөгә килде

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһында Ҡаҙағстандың Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Даурен Абаев менән осрашты. Ул Өфөгә Ҡаҙағстан Республикаһының Почетлы консуллығы офисын асыу тантаһында ҡатнашыр өсөн килгән. Осрашыуҙа иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы һәм социаль өлкәләге уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде. – Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек итеү мөһим әһәмиәткә эйә. Беҙҙе дөйөм тарихи һәм этник тамырҙар бәйләй. Һуңғы йылдарҙа беҙ хеҙмәттәшлеккә яңы һулыш өрҙөк, – тине Радий Хәбиров. – 2021 йылдағы Башҡортостандың Астанаға рәсми сәфәре барышында уртаҡ эшкә нигеҙ һалдыҡ һәм әле уны тормошҡа ашырабыҙ. Бергәләп Өфө – Астана рейстары булдырҙыҡ, Башҡортостанда Ҡаҙағстан вәкиллеген астыҡ. Беҙҙең предприятиелар Ҡаҙағстан бизнесы менән хеҙмәттәшлек итә. Туристик йәһәттән дә шәп мөмкинлек бар. “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһы буйынса ветерандар республиканы һәм дуҫ дәүләттәрҙе ҡарай ала. Бындай тәжрибә Беларусь һәм Абхазия менән булдырылды. Ҡаҙағстанда беҙҙең халыҡҡа ҡыҙыҡ булған матур урындар бик күп. Республика етәксеһе әйтеүенсә, бөтә килешеүҙәр “юл карта”һында сағылыш тапҡан. Унда 50-нән ашыу пункт ингән. – Был документты тормошҡа ашырыу ике яҡлы эш төркөмө форматында алып барабыҙ, – тине ул. Бынан тыш, быйыл ноябрҙә Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстан менән Рәсәйҙең төбәк-ара хеҙмәттәшлеге форумында ҡатнашасаҡ, ул Костанайҙа үтә. Рәсәйҙәге Ҡаҙағстан илсеһе Башҡортостан Башлығына хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт әйтте. – Республикала булыуыма бик шатмын. Башҡортостан һәр ваҡыт беҙҙең иғтибар үҙәгендә булды, ул Рәсәйҙең иң көслө төбәктәренең береһе һәм Ҡаҙағстандың ышаныслы партнеры. Бөгөн тап төбәк-ара хеҙмәттәшлек Рәсәй-Ҡаҙағстан мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә мөһим әһәмиәт бирә. Фармацевтика, машиналар төҙөү, тау-металлургия һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтерә алырбыҙ тип ышанам, –тине Даурен Абаев. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.