Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Сәңгелдәк” еңеү яуланы!

Кисә Мәскәүҙә балалар, үҫмерҙәр, ғаилә киноһы һәм телевидениеһы өлкәһендә Бөтә Рәсәй “ТЭФИ-Kids” милли телевизион премияһының финалы үтте. Мәғлүм булыуынса. “Тамыр” телеканалының “Сәңгелдәк” тапшырыуы “Балалар өсөн көндәлек мәғлүмәт-күңел асыу программаһы” номинацияһында еңеүсе булған. Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн мәғлүмәти тапшырыу 32 йыл дауамында һәр кис эфирға сыға. Программа геройҙары бәләкәй тамашасыларҙы төрлө матур ғәмәлдәргә өйрәтә, шулай уҡ башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштыра. “Ижади команданы ихлас күңелдән ҡотлайым! Гөлназ Фәрит ҡыҙы, балалар һеҙҙе бик ярата һәм улар барыһы ла “Сәңгелдәк”тең һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы булыуын һәм белем таратыуын яҡшы белә. Ижади команданы ихлас күңелдән ҡотлайым! Был лайыҡлы награда! Телевизор ҡараусыларығыҙҙы шатландырыуығыҙҙы дауам итегеҙ, ижади идеялар һәм илһам, ижади уңыштар һәм ҙур киләсәк теләйем!”, - тип ҡотлау һүҙҙәрен яҙған "Бәйләнештә" төркөмөндәге сәхифәһендә Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев. “Башҡортостан” гәзите лә “Тамыр” коллективын сираттағы ҙур еңеүе менән ҡотлай һәм ижади үрҙәр, яңы ҡаҙаныштар теләй! Афарин! Фото: vk.com/maximulchev