Ҡаҙағстан Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Даурен Абаев етәкселегендәге делегация республиканың “Башҡортостан Кроношпан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ағас эшкәртеү предприятиеһында һәм Өфөнөң төп техник университетында булды. Сәфәр барышында республикалар араһында тышҡы сауҙа әйләнеше күрһәткестәренең 2023 йылдың ғинуар-авгусында, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 5 процентҡа артыуы билдәләнде. Предприятие етәксеһе Ардашер Курбаншо заводтың ҡыҫҡаса презентацияһын үткәрҙе, унда сығарылған продукция ассортименты менән таныштырҙы. Ул бөгөн "Кроношпан" Башҡортостанда һәм Рәсәй төбәктәрендә генә түгел, ә Ҡаҙағстан һәм Үҙәк Азия дәүләттәре баҙарына сығыуы хаҡында һөйләне. Артабан Даурен Абаев етәкселегендәге делегация Өфө дәүләт нефть техник университетында булды. Унда ректор Олег Баулин университеттың төп майҙансыҡтары буйлап экскурсия үткәрҙе. Даурен Абаев шулай уҡ вузда уҡыған Ҡаҙағстан Республикаһы кешеләре менән осрашты. Әңгәмә барышында Даурен Абаев Ҡаҙағстандың Рәсәй Федерацияһы менән үҙ-ара эш итеү перспективалары, Ҡаҙағстан территорияһында Рәсәй предприятиеларының яңы проекттары хаҡында һөйләне. Эш көнө аҙағында Ҡаҙағстан вәкилдәре Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең археология һәм этнография музейы һәм Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы экспозициялары менән танышты. Шулай уҡ улар Башҡортостандың данлыҡлы шағиры һәм яҙыусыһы Мостай Кәримдең һәйкәленә сәскәләр һалды. Фото: pravitelstvorb.ru