Миәкәгә юл төшкәндә улы махсус хәрби операцияла контракт буйынса хеҙмәт иткән әсә – Әлфиә Сафина менән күрештек. Махсус хәрби операцияға ирекле рәүештә юлланған “Албанец” позывнойлы егет был ҡарарын әсәһенә аныҡ аңлата. “Ҡайҙа нығыраҡ кәрәкмен, мин - шунда”, - ти ул ныҡлы итеп. Былтыр махсус хәрби операцияға киткән һалдат - ысын мәғәнәһендә әсәһенең ғорурлығы. Был ваҡыт эсендә ул Шайморатов ордены, йәнә өс миҙал менән бүләкләнеп өлгөргән. – Үҙенең алдына маҡсат ҡуйһа, уға өлгәшмәй ҡалмай. Бәләкәйҙән ярҙамсыл булды, хайуандарҙы яратты. Шаян, һөйкөмлө малай булып үҫте. Эштән дә ҡурҡып торманы, техника тирәһендә булышырға яратты, – улы тураһында һөйләгәндә күҙҙәрендә бәхет осҡондары сәселеп китә Әлфиә ханымдың. Балалыҡ, үҫмер осоро тиҙ генә үтә лә китә. “Албанец” үҙенең тиҫтерҙәре һымаҡ мәктәптән һуң һөнәр ала, программист булырға уҡый, армияға юллана. Ил алдындағы бурысын үтәгәндән һуң, контракт буйынса мичман булып хеҙмәт итә. Үҙ теләге менән ирекле рәүештә махсус хәрби операцияға