Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин яҙған. ”Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалы махсус хәрби операция ветерандарына, һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү өсөн “Ярҙам поезы” исеме аҫтында күсмә ҡабул итеүҙәр ойоштора. Маҡсатыбыҙ ҙур – алыҫ райондарҙа һәм ҡалаларҙа йәшәүселәргә консультация ярҙамы күрһәтеү. "Ярҙам поездары"нда фонд тәрбиәләнеүселәренең юристар, нотариустар, банк хеҙмәткәрҙәре консультацияларын, шулай уҡ медицина һәм психологик ярҙам алыу мөмкинлеге бар. Тәүгеһе 20 октябрҙә Күмертауҙа үтте, киләһе консультация 27 октябрҙә Салауат районында ойошторола. ”Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының социаль селтәрҙәге консультациялар графигын күҙәтегеҙ”, – тиелә яҙмала. Фото Максим Забелин сәхифәһенән алынды.