Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Вилданға шылтыратҡан булған..."

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Ҡазанда яҡташыбыҙ, йәш музыкант Артур Күсимов вафат булды. Бөгөн уны тыуған яғы - Әбйәлил районының Асҡар ауылында һуңғы юлға оҙаталар. Гөлназ Асаева Артурҙы яҡшы белгән булған һәм уның тураһында бик йылы һүҙҙәр яҙған. "Беҙ Күсим менән 2017 йылда таныштыҡ, ә Вилдан менән ул һуңыраҡ аралаша башланы. Беҙҙең икебеҙ өсөн дә ауыр хәбәр был, әле һаман да ышана алмайбыҙ. Артур тураһында нимә әйтәһем килә - ул бик талантлы музыкант, профессиональ музыкант. Уның музыканы ишетеү һәләтенә шаҡ ҡата инек беҙ. Һауыт-һаба шылтыраһа ла, "шундай-шундай ноталар" тип әйтеп бирергә мөмкин ине. Ҙур дәрәжәләргә өлгәшерлек музыканттарҙың береһе ине Артур. Гел позитив булды, бер ҡасан да зарланманы. Бына шул лейбтан киткәс кенә (Элвин Грейҙың лейблында Күсим ҡушаматы аҫтында эшләгән) уға бер аҙ ҡыйыныраҡ булды, сөнки улар Радик менән ижад юлын башлаған осорҙан бергә булдылар. Ауыр саҡтарында Артурҙың эргәһендә булырға тырыштыҡ беҙ. Компьютер биреп торорға йәиһә заказдар йыйырға ярҙам итергә тиһеңме. Вилдан менән бик яҡын дуҫтар булдылар. Ҡазанда йәшәне, гел беҙгә ҡунаҡҡа килеп йөрөй торғайны. Мин яңғыҙ ир-егеттәрҙе йәлләйем, киләм, тип әйтһәләр, гел тәмле итеп бешереп, ҡунаҡ итеп ебәрергә тырыша инем. Һуңғы тапҡыр май айында осраштыҡ. Мин концертҡа киттем, Күсим беҙгә килеп ҡалды. Артур Вилданға шылтыратҡан булған. Вилдан ул ваҡытта йоҡлаған, шылтыратыуҙы ишетмәгән. Унан кире шылтыратҡан ул, Артур инде телефонын алмаған. Артурҙың әсәһе һәм һеңлеһе ҡалды. Ул уларҙы үҙе янына Ҡазанға күсергән ине. Артурҙың бик тә таҙалыҡ яратҡанын әйтеп үтәһем килә. Гел аҡтан ғына кейенә, ап-аҡ носкиҙарҙа йөрөй ине. Бик асыҡ күңелле, яғымлы егет ине. Бөтә кешене тигеҙ күреп аралашты. Уның ап-аҡ теҙелеп киткән тештәрен күрһәтеп йылмайып тороуы күңелемдә ҡалыр..." - тигән Гөлназ Асаева "Интертат"ҡа биргән яҙмаһында. Йәштәрҙең бик иртә китеүе, бигерәк тә талантлы йәштәрҙең китеүе икеләтә аяныслы. Ауыр тупрағың еңел булһын, Артур! Музыканттың яҡындарына сабырлыҡ һәм ныҡлыҡ теләйбеҙ. Фото һәм текст сығанағы: "Интертат".