Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан иген экспортын өс тапҡырға арттырған

2023 йылдың туғыҙ айында Башҡортостандан иген һәм иген продукттары экспорты 342,8 мең тонна тәшкил иткән. Был күрһәткес 2022 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 2,9 тапҡырға күберәк, ул саҡта республиканан сит илдәргә 116,3 мең тонна иген продукцияһы оҙатылған ине. Башҡортостан игененең байтаҡ өлөшө элеккесә Европа берлеге илдәренә оҙатыла. Һатып алыусылар булып Бельгия, Германия, Латвия, Нидерландтар, Польша сығыш яһай. Продукция шулай уҡ Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытайға оҙатыла. Быға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә өлгәшелгән. Автор фотоһы.