Найти тему
Башҡортостан гәзите

Улар 60 йыл татыу ғүмер итә

Әлшәй районының Иҫке Аҡҡолай ауылынан Мәрйәм һәм Ғәлимулла Зәйҙуллиндар бергә ғүмер итеүҙәренең 60 йыллығын билдәләне. Был матур ғаилә тураһында район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин да йылы яҙма менән уртаҡлашҡан. “85 йәшлек Мәрйәм Ғайсим ҡыҙы – көслө рухлы ҡатын-ҡыҙ. Оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләне. Һыйыр һауыу аппараты булмаған саҡта бөтә эште ҡул менән башҡарырға тура килә ине. Ул барыһына ла өлгөрә: фермала ла эшләп ҡайта, өйөн дә бөхтә тота. Ә Ғәлимулла Сәйфулла улы хаҡлы ялға сыҡҡансы малсы булды. Эшһөйәрлек, хеҙмәткә намыҫлы һәм яуаплы ҡарашы өсөн хөрмәт иттеләр”, - тип яҙған Әлшәй районы етәксеһе. Зәйҙуллиндар дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Хәҙер уларҙың һигеҙ ейәне, биш бүләһе бар. Оло йәштә булһалар ҙа, ҡул ҡаушырып ултырмайҙар. Мәрйәм Ғайсим ҡыҙы бешеренергә, икмәк, бәлеш һалырға ярата. Әлеге фотола ла Мәрйәм Зәйҙуллина үҙе бешергән ҡабарып торған тәмле икмәкте тотоп төшкән. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, йәшәүҙең йәмен тойоп йәшәгән һоҡланғыс парға “Афарин!” тибеҙ. Фото һәм сығанаҡ: Әлшәй районы хакимиәте башлығы Д. Мостафиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.