Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай концерт-театр берекмәһенән махсус хәрби операцияға тиҫтәнән ашыу ир-егет алынғайны. Улар араһында талантлы йырсы Фларид Бирғәлин, "Сулпан" балалар театры артисы Илнур Сәфәров, декорациялар ҡуйыусы Фидан Бирғәлин бар. Улар бөгөн Рәсәй Оборона министрлығының беренсе фронт ижад бригадаһына алынған һәм һалдаттарға үҙҙәренең йыр-моңдарын өләшә, уларҙың күңелдәрен күтәреп, бригада составында яу яландарында сығыш яһай. Ошо көндәрҙә артист-яугирҙәр ялға ҡайтты, уларҙың күкрәктәрен миҙалдар биҙәй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Сибай концерт-театр берекмәһе хеҙмәткәрҙәре – Фларид Бирғәлин, Илнур Сәфәров, Фидан Бирғәлин Рәсәй Федерацияһының оборона министры приказы менән Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының “Хәрби батырлығы өсөн” II дәрәжәле миҙалы менән наградланған. Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан барлыҡ һалдаттарҙың имен-һау ҡайтыуын, донъяла тыныслыҡ урынлашыуын теләйбеҙ һәм Фларид Бирғәлиндең Сибай сәхнәләрендә ҡайтанан сығыш яһауын көтөп ҡалабыҙ. Әйткәндәй, ул 2 ноябрҙә үҙенең йыр-моңдарын Сибай тамашасыларына бүләк итәсәк. Видео: Сибай концерт-театр берекмәһе төркөмөнән.