Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Балалар үҙҙәре йәнһүрәт булдыра

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә булдырылған Ҡариҙел ауылындағы үҙәк район моделле китапханаһында мультипликация буйынса оҫталыҡ дәресе үткән. Бындай оҫталыҡ дәрестәре балалар ғына түгел, өлкәндәргә лә ныҡ оҡшай. Балалар әүҙем рәүештә йәнһүрәт булыдыруҙа ҡатнаша, үҙҙәрен аниматор ролендә һанап ҡарай. Процесс ваҡытында китапханасылар мультстудия ярҙамында беренсе йәнһүрәт булдырыу ҡағиҙәләре тураһында һөйләне. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар анимация нигеҙҙәрен һәм мульстудия эшмәкәрлеген өйрәнде һәм алған белемдәрен практикала файҙаланды. Балалар үҙҙәренең яратҡан геройҙарына йән өрҙө һәм ҡыҙыҡлы тарихтар уйланы. Сарала ҡатнашыусыларҙың бараһы ла яҡшы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы тәжрибә алды һәм йәнһүрәт эшләргә өйрәнде. “Бөгөн оҫталыҡ дәресендә мин анимация булдырыу ҡағиҙәләре тураһында белдем, китапханасылар ниндәй программалар ярҙамында һәм нисек йәнһүрәттәр төшөрөп булыуы тураһында һөйләне. Аҙаҡ бөтә белемдәрҙе практика менән нығыттыҡ. Оҫталыҡ дәресе бик ҡыҙыҡлы булды. Бик күп яңы нәмә белдем”, – тине Ҡариҙел мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Радмилла Шайғаттарова. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте.