Кисә бик ауыр хәбәр еткергәйнек. Ҡазанда яҡташыбыҙ, йәш музыкант Артур Кусимов вафат булды. Билдәле булыуынса, Артур Элвин Грейҙың лейблында Кусим ҡушаматы аҫтында эшләгән. Уға ни бары 31 йәш ине. Ул Әбйәлил районында тыуған, 2015 йылдан Радик Юлъяҡшиндың командаһында эшләгән. Һуңғы ваҡытта үҙенең проекты өҫтөндә эшләгән, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны тамамлап өлгөрмәгән. Әле Радик уның ни сәбәпле үлгәне тураһында хәбәр итте. Медицина ҡарарына ярашлы, Артур йөрәге менән булған проблема арҡаһында вафат булған. Бөгөн йәш музыкант менән Ҡазанда бәхилләштеләр. Иртәгә уны тыуған ауылында – Әбйәлил районының Асҡар ауылында ҡуясаҡтар. Бәхилләшеү ауыл мәҙәниәт йортонда 11-ҙән 12.30 сәғәткә тиклем була. Фото: социаль селтәрҙәр.