Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Юлдарҙы ябыуға юл ҡуйылмаған

Ял көндәрендә, 21 октябрҙән 22 октябргә тиклем, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Туймазы һәм Учалы райондарында һауа шарттарының боҙолоуы күҙәтелде: ҡар ҡатыш ямғыр яуҙы. Насар һауа торошо эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн Башҡортостандың юл хеҙмәттәре көсәйтелгән эш режимына күсте һәм “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә юл хәлен күҙәтеүҙе ойошторҙо. Республика юлдарына 130 юл транспорты сыҡты. Юлдар оператив рәүештә ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы менән эшкәртелә: 300 тоннанан ашыу материал ҡулланылған. Был күрелгән саралар һөҙөмтәһендә республикала юлдарҙа ябыуға юл ҡуйылмаған. Водителдәргә юлда һаҡ булырға, һауа шарттарына ярашлы тиҙлекте күҙәтергә кәңәш ителә. Фото: https://t.me/aleksandr_klebanov/539