“Бауырһаҡ Фест” фестиваль-конкурсы Стәрлебаш районының бренд сараһына әүерелде. Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылында “Бауырһаҡ Фест” фольклор һәм һөнәрҙәр фестиваль-конкурсы үтте. Быйылғы йылдан алып республика кимәлендәге сара исеме бирелгән был байрам милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, милли аш-һыуҙы һәм кейем-һалымды тергеҙеүгә йүнәлтелгән. Фестивалгә республиканың төрлө төбәктәренән ҡатнашыусылар йыйылған ине, улар быуындан-быуынға күсә килгән милли ризыҡтарҙан ниндәй генә бай өҫтәл әҙерләмәгәндәр! Әлбиттә, бында төп ризыҡ бауырһаҡ булды. Шуға ла, район мәҙәниәт һарайының залын ҙур тау булып өйөлгән бауырһаҡ биҙәне. Ул райондың шәхси эшҡыуары Хәлил Солтановтың кондитер цехында эшләнгән. Әйткәндәй, бында көн оҙоно ҡул эштәренән торған күргәҙмәләр эшләне һәм теләүселәр өсөн бауырһаҡ бешереү, үлән сәйҙәре эшләү оҫталыҡ дәрестәре барҙы. Райондың иң яҡшы солистары һәм ижади коллективтары ҡатнашлығындағы концерт тамашасыларға онотолмаҫ тәьҫораттар һәм илһам бүләк итте. Фотолар: Стәрлебаш районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.