Найти тему
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров яңы кадрҙар иғлан итте

Был аҙналағы Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы кадр тәғәйенләүҙәрен иғлан итеүҙән башланы. Шулай итеп, Илдар Мәүлетбирҙин мәғариф һәм фән министры вазифаһына эйә булды. Валерий Олейник Башҡортостандың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге буйынса ведомство-ара советы секретары итеп тәғәйенләнде. Район советтары ҡарары менән Шаран районы хакимиәте башлығы итеп Марат Әхмәҙуллин, ә Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте башлығы итеп Айҙар Базғетдинов ҡуйылды. Радий Фәрит улы һәйбәт яңылыҡ менән уртаҡлашты. Уҙған аҙнала республикала юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы үткән. Унда иғлан ителеүенсә, ағымдағы йылдың тәүге туғыҙ айында аварияларҙа үлгәндәр һаны 8,7 процентҡа кәмегән. – Беҙ ентекле анализ яһаныҡ. Биш йыл эсендә тик 2021 йылда ғына ҙур булмаған үҫеш күҙәтелгән. Ҡалған ваҡытта һандар кәмегән, был беҙҙең дөйөм тырышлыҡ һөҙөмтәһе, – тине Радий Фәрит улы. Шул уҡ ваҡытта етәксе юлдарҙағы хәлде даими контролдә тоторға ҡушты. Әле, билдәле булыуынса, республиканың көньяҡ өлөшөн ҡар ҡапланы. Башҡортостан Башлығы Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына һәм ЮХХДИ етәкселәренә мөрәжәғәт итте. – Телевизорҙан күргәнһегеҙҙер. Ҡар яуа, боҙлауыҡ. Машиналар тая, авариялар артты. Тап ошо осорҙа, кеше психологик рәүештә ҡышҡы йөрөтөү стиленә күскән мәлдә әүҙемерәк эшләргә, аңлатырға, мәғлүмәт бирергә кәрәк, – тине ул. Әлеге ваҡытта юл хеҙмәттәре көсәйтелгән режимда эш башлаған да. Бөгөнгө көндөң тағы бер көнүҙәк мәсьәләһе – йылы биреү. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ялыуҙар кәмегән, тик был һорау һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. – Минең социаль коммуникациялар буйынса идаралыҡ начальнигы Елена Прочаковская әйтеүенсә, ялыуҙар өс тапҡырға кәмегән. Тик барыбер ҡайҙалыр техник проблемалар булыуы ихтимал, уларҙы тиҙ арала бөтөрөгөҙ. Тышта ҡыш етте, кешеләр өшөргә тейеш түгел, – тине етәксе. 2024 йылда Өфөлә “Рәсәй – спорт дәүләте” XII халыҡ-ара форумы үтәсәк. Спорт министры Руслан Хәбибов әйтеүенсә, был сара - илдең спорт донъяһындағы мөһим ваҡиға, ә уны республикала үткәреү ҙур абруй. Ул баш ҡалаға 450 йыл тулыуға арнап ойоштороласаҡ. – Беҙ форумды иң юғары кимәлдә үткәрергә гарантия бирәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин коронавирусҡа бәйле һуңғы яңылыҡтар менән уртаҡлашты. Уҙған тәүлектә вирус 82 кешелә табылған. 111 кеше дауаханала ята, уларҙың 67-һе – өлкән йәштәгеләр. 963 кеше өйөндә дауалана, был пациенттарҙың 446-һы - 60 йәштән өлкәндәр. Бер тәүлектә 64 кеше сирҙе еңгән. Дауаханаларҙа коронавирусты дауалау өсөн әҙерләнгән урындарҙың 24,4 проценты әлегә биләнмәгән. Министр әйтеүенсә, Башҡортостанда грипҡа ҡаршы вакцинация дауам итә. 19-21 октябрҙә Өфөлә II Бөтә Рәсәй “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” форум-күргәҙмәһе үтте. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, икенсе форум 5500-ҙән ашыу кешене йыйған һәм быйыл халыҡ-ара кимәлгә сыҡҡан. Сараларҙа Беларусь, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм АҠШ-тан ҡунаҡтар ҡатнашҡан. Форумда һәр ваҡыттағыса һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн мөһим проблемалар ҡаралған. Уларҙың береһе – 18 йәштән өлкән инвалидтар, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы комплекслы реабилитациялау системаһын булдырыу. Форумда мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгән. Мәҫәлән, Ленара Иванова 2024 йылдан хеҙмәт йәшендәге инвалидтарҙы һәм тәү сиратта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау өсөн сертификаттар булдырыу, шулай уҡ 2024 йылдан Өфөлә Социаль такси хеҙмәтен булдырыуҙы атаны. Шулай уҡ киләһе йылда “Салют” реабилитация һәм белем биреү үҙәге, ә 2025 йылда Ишембай районында дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында реабилитация үҙәге асыласаҡ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.