Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә күтәрелгән тағы бер мөһим тема эшсе кадрҙар менән тәьмин итеү булды. Унда Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең идара итеүсе директоры Евгений Семивеличенко сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, предприятие алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәү, сериялы продукция етештереү кимәле артыу, яңы изделиелар етештереү һәм яңы производстволар индереүгә бәйле 2024 йылдан предприятиеға 4800 эшсе талап ителә. – Беҙ 2028 йылға тиклем заказдар менән тәьмин ителгәнбеҙ. Шуға күрә коллективҡа тәжрибәле кешеләрҙе лә, тәжрибәһе булмағандарҙы ла ҡабул итәсәкбеҙ. Үҙебеҙҙең үҙәктә уҡытып алабыҙ. Сентябрҙә уртаса эш хаҡы 122 мең һум тәшкил итте. Беҙҙеңсә, был Өфө өсөн яҡшы эш хаҡы. Премиялар күп, социаль пакет һәйбәт. Туҡланыуҙың 80 процентҡа тиклемен түләйбеҙ, корпоратив транспорт эш урынына бушҡа килтерә. Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү буйынса төрлө саралар ғәмәлдә. Беҙ хатта 27 ҡатлы күп фатирлы йорт төҙөргә ҡарар иттек, – тине ул. Радий Фәрит улы белдереүенсә, был мәсьәлә үткән аҙнала Ростех дәүләт корпорацияһының индустриаль директоры Анатолий Сердюков менән осрашыуҙа тикшерлегән. Төбәк етәксеһе, республиканың машиналар эшләү колледждарына күберәк кешеләрҙе аласаҡбыҙ, башҡа ҡалаларҙағы ошондай уҡыу йорттарын предприятиеға беркетәсәктәр, тине. – 4800 кеше кәрәк, был ябай һандар түгел. Был - дәүләт бурысы, беҙ уны үтәргә тейеш. Предприятиела етештереү күләме 60 процентҡа артҡан, тимәк, эшсе ҡулдар ҙа талап ителә. Квартал һайын мәсьәләне тикшерәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.