Дим йылғаһының Яр буйы ”Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектның (национальный проект "Жилье и городская среда") “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарылды. Был турала Дәүләкән районы хакимиәтендә белдерҙеләр. Төҙөкләндереү һөҙөмтәһендә бик матур ял урыны барлыҡҡа килде. Белгестәр йәйәүлеләр өсөн юлды эшләне, эскәмйәләр ҡуйҙы, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаһын көйләне. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарға уңайлы ял өсөн шарттар төҙөкләндереүҙең тәүге этабында башҡарылды. Киләһе йылда ла белгестәр эштәрҙе дауам итәсәк. - Дим йылғаһы яр буйын төҙөкләндергәндән һуң был урын Дәүләкән ҡалаһы ғына түгел, тотош район халҡы өсөн уңайлы ял урынына әүереләсәк. Ул үҙенә ял итеүселәрҙе тартып торасаҡ, - тине ҡала хакимиәте башлығы Вячеслав Гапоненко. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсататрының береһе – ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу. Милли проект халыҡты үҙҙәренең ҡалаларын төҙөкләндереүгә йәлеп итеүҙе лә маҡсат итеп ҡуя. Милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйнса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: ”Башҡортостан” ДТРК-һы.