Найти тему
Башҡортостан гәзите

Атайҙар ғына шундай була ала!

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Ағиҙел ҡалаһының балалар баҡсаларында Атайҙар көнөнә арналған спорт саралары үтте. Рәсәйҙә Атай көнө рәсми байрам булып иҫәпләнә һәм йыл һайын киңерәк билдәлелек ала бара. Атай көнө – атайҙы хәтерләй, ҡотлай һәм ғаиләлә уның абруйын күтәрә торған көн, балалар тәрбиәләүҙә уның яуаплылығын арттырыу ысулы. Байрам уңайынан ҡаланың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында спорт эстафеталары үткәрелгән. Улар балалар баҡсаларының спорт майҙандарында ойошторолдо. Һуңынан алып барыусылар бик күп ҡыҙыҡлы һәм шаян уйындар үткәрҙе, ә балалар атай тураһында матур шиғырҙар һөйләне. Балалар һәм уларҙың аталары бик күп ыңғай тәьҫораттар алды, үҙҙәрен әүҙем, тиҙ һәм елгер итеп күрһәтте. Спорт байрамы һуңында бөтә атайҙар ҙа “Спортсы атай” исемен алды һәм миҙал менән бүләкләнде. – Һәйбәт атай булыу – ир-ат тормошондағы иң яуаплы һәм кәрәкле эш. Атай һәр ваҡыт улы өсөн өлгө һәм ҡыҙы өсөн тылсымсы булырға тырышырға тейеш. Өйрәтергә, һөйләргә, яҡларға, аңлатырға һәм барыһын да бергә эшләргә – тик атайҙар ғына шулай итә ала”, – тине сараны ойоштороусылар. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте.