Күмертауҙағы “Минең бизнес” үҙәгендә “Эшҡыуарлыҡҡа беренсе аҙым яһа” эшлекле уйыны үтте. Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторолдо. Спикер булып ҡала хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары, ҡаланың бизнес шәрифе Ева Зюзякина һәм “Минең бизнес” үҙәге етәксеһе Регина Әлимбәкова сығыш яһаны. Уйында ҡала мәктәптәренең өлкән кластарында уҡығандар ҡатнашты. Уларҙың бурысы булып бизнес-план эшләү һәм үҙ проектын яҡлау торҙо. Эшлекле уйын ике блоктан торҙо: теоретик һәм практик. Теоретик өлөштә ҡаланың бизнес шәрифе эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге, бизнес-план эшләү ҡәғиҙәләре һәм тәртибе тураһында һөйләне. Регина Әлимбәкова иһә 14-тән 25 йәшкә тиклемгеләргә бирелгән финанс ярҙамы тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе. “Бизнес уйында ҡатнашыу – эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләгәндәр өсөн яңы белемдәр алыу мөмкинлеге. Һәр ҡатнашыусы үҙен ғәмәлдәге эшҡыуар ролендә һанап ҡараны, фекерләү ҡеүәһен үҫтерҙе”, – тинеләр сараны ойоштороусылар. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Күмертау ҡалаһы хакимиәте.