Найти тему
Башҡортостан гәзите

Уны балалар ярата

Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы уҡытыусыһы, көрәшселәр династияһы вәкиле Азат Әхнәф улы Ҡотлозаманов менән шау-гөр килеп торған тәнәфес ваҡытында осраштыҡ. Яратҡан уҡытыусыларын һырып алған шайморатовсыларҙың һорауҙары бөгөн ифрат күп, сөнки оҙаҡламай тап ошо үҙенсәлекле класҡа ҡабул итеү ойоштороласаҡ, район хәрби комиссары, етәкселәр, “Йәш гвардия” , “Хәрби туғанлыҡ” вәкилдәре киләсәк сара тантаналы ла, иҫтә ҡалырлыҡ та булмаҡсы. Азат Әхнәф улы балалар менән еңел уртаҡ таба, йүнәлеш бирә белгән белгес. Физкультура дәрестәрен, спортты кем яратмаһын! Өҫтәүенә уҡытыусылары ябай ғына түгел, көрәш буйынса тренер ҙа, үҙ ғүмерендә һабантуйҙарҙа, бәйгеләрҙә 74 һарыҡ алған көрәшсе лә ул. – Мин үҙемде белгәндән алып, биш йәштән көрәштем, атай-ағайҙар менән бергә һабантуйҙарға йөрөнөм. Атайым, спорт мастеры Әхнәф Әхәт улы тирә-яҡта данлыҡлы көрәшсе булды, бәйгеләрҙә 104 һарыҡ алғанын бөгөн күптәр һоҡланып һөйләй. Үҙем күрше райондарҙа байтаҡ батырҙар менән көс һынаштым, Ырымбур өлкәһендә, Татарстанда үткән бәйгеләрҙә еңеүсе булдым. Ғаиләбеҙҙә үҫкән өс малай ҙа көрәш менән шөғөлләнде, тик улар башҡа һөнәр һайланы, Дамир – нефтсе, Әхмәт ғәҙәттән тыш хәлдәр системаһында эшләй. Йөҙөү, гер күтәреү буйынса үткәрелгән район, республика ярыштарында әүҙем ҡатнашам. Уҡыусыларҙы спортҡа йәлеп итеү буйынса тырышлыҡ үҙ емештәрен бирә, былтыр ирекле көрәш буйынса Башҡортостан чемпионаты призерҙарға бай булыуы менән иҫтә ҡалды. Спорт “йондоҙ”ҙары менән дә ғорурлана алам: Рәсәй Геройы Алмас Сафин иҫтәлегенә ойошторолған турнирҙа XI класс уҡыусыһы Динислам Ямалетдинов абсолют батыр исемен алып, телевизор менән бүләкләнде. Ә милли көрәш буйынса республика турнирында үҙ ауырлығында беренсе урын алып ҡыуандырҙы. “Патриот” паркында шайморатовсыларҙың 12 взводы, дүрт ротаһы ҡатнашҡан хәрби йыйында милли көрәш буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәттем. Айырыуса малайҙарҙың яратҡан спорт төрө бит инде. Балаларҙа рух, дисциплина тәрбиәләүҙә был шөғөлдәрҙең өлөшө ҙур. “Раевкалағы “Ыласын” физкультура-һауыҡтырыу комплексында тренер булып эшләүем йәштәр менән яҡындан аралашыуға, уларҙың буш ваҡытын йөкмәткеле, файҙалы үткәреүгә йоғонто яһай. Ҡайып ауылында ат спорты комплексында шөғөлләнәбеҙ, “Ыласын”да уҡтан атыу ҡыҙ һәм малайҙарҙың барыһына ла бик оҡшай. Хәрби әҙерлек дәрестәрендә автоматты һүтеп ҡороу, пневматик мылтыҡтан атыу, стройҙа йөрөү – барыһы ла тәртип, дисциплинаны нығыта, үҙеңдең һәр хәрәкәтеңде, ҡылығыңды контролләргә булыша. Өҫтәүенә бер иш матур кейемдә йөрөү, бөхтәлек әллә ҡайҙан күҙгә салынып, ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Шайморатовсылар күҙ алдында үҫеп, етдиләнеп киткәндәй. Һеҙ уҡыусыларҙың Ҡадир Даяндың “Шайморатов генерал” йыры аҫтында стройҙа үткәнен күрһәгеҙ икән! Күңелле лә, тантаналы ла, бер үк ваҡытта ирекһеҙҙән ата-бабаларҙың данлы тарихы өсөн ғорурлыҡ тойғолары урғыла, – тип һайлап алған, яратҡан һөнәре, көндәлек мәшәҡәттәре тураһында ихлас һөйләне Азат Әхнәф улы. Беҙ уның спортсы, бына тигән ғаилә башлығы, өс бала атаһы булыу өҫтөнә башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы йырсы икәнен белеп, тағы бер һоҡландыҡ. Йәл, моң эйәһен рәхәтләнеп, иркенләп тыңлап ултырырға форсат ҡына булманы... Аңдарҙы яҡтыртыусы, киләсәккә дөрөҫ юл күрһәтеүсе уҡытыусы һөнәрен үҙ иткәндәр иңендә бөгөн айырыусы ҙур яуаплылыҡ ятыуы бәхәсһеҙ. Азат Әхнәф улы кеүек тәрбиә эшенең мөһимлеген аңлағандар һайлаған һөнәренә тоғро хеҙмәт итә лә инде. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.