“Аһ, ҡыҙым, нимәгә шул тиклем осонаһың?” “Эй ошо өләсәйемде! Ҡыҫылмаһа, һорашмаһа, аҡыл өйрәтмәһә, исеме юғала инде. Һаман элеккеләй тормоштоң үҙәгендә, хәл-ваҡиғаның уртаһында ҡайнарға ярата. Бер нәмәгә битараф түгел, кәйефеңде әллә ҡайҙан һиҙеп-күреп тора”. Шулай тип уйлап, үҙем күптән ғашиҡ булып йөрөгән егеттең миңә иғтибар итә башлауы тураһында әлегә һөйләмәҫкә булдым, тик шулай ҡыланғаным өсөн аҙаҡ үкенергә тура килерен ул ваҡытта белмәй инем әле. Былай ҙа дуҫтарымды иләктән үткәреп ултыра, һәр береһен исемләп белә. Иң ғәжәпләндергәне – ул кешегә дөрөҫ кенә баһа бирә лә ҡуя. Йәшәй-йәшәй ер аҫтында йылан көйшәгәнен дә белергә өйрәнеп бөткән тиһәң, үҙенең һөйләүенсә, йәштән шундай булған. 90-ға етһә лә, һаман төҙ кәүҙәле, көслө тауышлы, үткер күҙле өләсәйемде тыңламайынса ла булмай, дөрөҫөрәге, ул үҙен тыңлаттыра белә. Өләсәйемдең үҫмер, йәш сағы һуғыш йылдарына тура килгәнгә, бик иртә әсәһенә генә түгел, ил эштәрендә лә алмаштырғыһыҙ ярҙамсыға әйләнә. Бәләкәйҙән тилбер, уңған