Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тағы бер юғалтыу...

Бөгөн Сибайҙа оло ҡайғы: баһадирҙай ир-егеттәрҙең береһе, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ветераны, ҡаланың "Хәрби туғанлыҡ" ойошмаһы ағзаһы Александр Буләкаров махсус хәрби операция биләмәһендә, хәрби бурысын үтәгән саҡта, батырҙарса һәләк булған. Александр Хәмитйән улы 1974 йылдың 6 ноябрендә Сибай ҡалаһында тыуған. Ҡаланың 8-се мәктәбен тамамлап, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында белем ала. Хеҙмәт юлын Сибай тимер-бетон изделиелары етештереү заводында башлай. 1993 йылда хәрби бурысын үтәргә саҡырыла. Һуңғы йылдарҙа "БашРТС" яуаплылығы сикләнгән ойошмала участка мастеры булып эшләй. Үҙе теләп махсус хәрби операция биләмәһенә юллана, Тыуған иле, ата-бабалары алдында ысын батырҙарса үҙ бурысын теүәл үтәй, һуңғы һулышына тиклем биргән антына тоғро ҡала. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградлана. Орден уның ҡатынына тапшырылды. Батыр даны үлемһеҙ! Ул - беҙҙең күңелдәрҙә мәңге йәшәйәсәк! Бәхил бул, Сибайҙың батыр улы! Фото: Сибай ҡала хакимиәте сайтынан