Быйыл әллә ҡыш иртәләргә итә, көтмәгәндә республиканың Урал аръяғы райондарында көслө ҡар яуҙы. Был иһә юлдарҙа ғәҙәттән тыш хәлдәр тыуыуға булышлыҡ итте. Алдағы көндәрҙә беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә? Гидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, республикала болотло һауа торошо көтөлә. Төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуа. Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 7-13 метр менән иҫә, һауа температураһы төндә -3, -8, көндөҙ иһә - 0, +5 градус. Юлдарҙың айырым участкаларында төндә һәм иртән томан, күреү мөмкинлеге - 500-1000 метр. Юлдар тайғаҡ булғанда хәрәкәт иткән машинаға боролоштарҙа ҙур хәүеф тыуа. Шуға ла алда барған транспорт менән үҙегеҙҙең автомобиль араһында күберәк арауыҡ ҡалдырығыҙ. Хәүефһеҙлек ҡайыштарын тағығыҙ, шулай уҡ алда барған автомобилде уҙған саҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ. Алыҫ юлға сыҡҡанда йылы әйберҙәр, аҙыҡ-түлек һәм яғыулыҡ һаҡламы алығыҙ. Ашығыс хеҙмәттәр телефоны 112. Фото: социаль селтәрҙән.