Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай концерт-театр берекмәһенән махсус хәрби операцияға тиҫтәнән ашыу ир-егет алынғайны. Улар араһында талантлы йырсы Фларид Бирғәлин дә бар. Ул бөгөн Рәсәй Оборона министрлығының беренсе фронт ижад бригадаһына алынған һәм һалдаттарға үҙенең йыр-моңдарын өләшә, уларҙың күңелдәрен күтәреп, бригада составында яу яландарында сығыш яһай. Ошо көндәрҙә Сибай концерт-театр берекмәһе хеҙмәткәрҙәре алғы һыҙыҡтан ҡыҫҡа ваҡытҡа ялға ҡайтҡан йырсы-яугир Фларид Бирғәлинде, «Сулпан» балалар театры актеры Илнур Сафаровты ҡаршы алды. Яугирҙәр иң беренсе булып Сибай филармонияһына юлланды һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған хеҙмәттәше, дуҫы булған Илнар Хәтмуллиндың репетиция залына ҡуйылған алтаҡтаһы аҫтына сәскәләр һалды. Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан барлыҡ һалдаттарҙың имен-һау ҡайтыуын, хәрби операцияның тиҙерәк бөтөүен теләйбеҙ һәм Фларид Бирғәлиндең Сибай сәхнәләрендә ҡайтанан сығыш яһауын көтөп ҡалабыҙ. Видео: Сибай концерт -театр берекмәһе төркөмөнән