Бәләбәй һөт комбинаты Сербияға йыл башынан алып дүртенсе ҡаты сыр партияһын оҙатты, тип хәбәр итә Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Был юлы Сербияға автотранспорт менән 19 тонна ауырлыҡтағы майы 45 процент тәшкил иткән “Гауда” сырын тейәп ебәргән. Шулай итеп, йыл башынан комбинат Балҡанға дөйөм ауырлығы 76 тонна булған ҡаты сырҙар оҙатҡан. Башҡортостан предприятиеһы үҙенең продукцияһы менән Сербия баҙарына быйыл ғына сыҡты. Оҙатылған тауарҙың күләменең артыуы Башҡортостан сырының серб ҡулланыусыһына оҡшауын күрһәтә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин указы менән билдәләнгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – 2030 йылға сеймал энергияһыҙ тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуын тәьмин итеү. Фото: suzory.ru