Шишмә шәкәр заводы Россельхознадзор контроле аҫтында Ҡытайға мал аҙығы экспортын арттыра, тип хәбәр итә Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Йыл башынан республикала иң эре шәкәр етештереүселәрҙең береһе — Шишмә шәкәр заводы — экспортҡа ауыл хужалығы малдары өсөн 1574 тонна мал аҙығы оҙатҡан. Шәкәр сөгөлдөрөн шәкәргә эшкәртеүҙең өҫтәмә продукцияһы Ҡытайҙа ҙур ихтыяж менән файҙалана. Ҡытай Халыҡ Республикаһының фитосанитар хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы, тейәп оҙатылғанға тиклем мал аҙығы өҫтәмәһенең бөтә 62 партияһы ла Башҡортостан буйынса Россельхознадзор идаралығы белгестәре тарафынан тикшерелде һәм рәсмиләштерелгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин указы менән билдәләнгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (“Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты - 2030 йылға сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуын тәьмин итеү. Фото: Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостан Ҡытайға мал аҙығы экспортын арттырҙы
22 октября 202322 окт 2023
~1 мин