Һуңғы ваҡытта айыуҙарға бәйле хәбәрҙәр күп булды, уйламаған ерҙәрҙә килеп сыҡты улар, ауылдарға, ҡалаларға яҡынайҙылар, Өфө районында ла күренделәр, юлға сығып аптыраттылар. Үткән аҙнала хатта Ишембай районындағы Петровское ауылында бер ҡатынға айыу ташланып яраланы... Һәм бына йәнә бер хәбәр: 19 октябрҙә төндә тауар поезы алдына айыу йүгереп сыға. Был хәл «Түлгән – Инйәр» юлының 117-се километрында була. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан билдәләүҙәренсә, хайуан юлға ҡапыл килеп сыҡҡан һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған. Башҡа поездарҙың хәрәкәтенә зыян килмәгән, тип хәбәр итәләр ведомствонан. Фото: Babr 24