Биология дәресе бара. - Балалар, йә әйтегеҙ әле, был донъяла иң илатҡыс йәшелсә нимә? – тип һораған, ти, уҡытыусы. Бер ни хәтлем тынлыҡтан һуң Вәли ҡулын күтәргән. – Әйҙә, Вәли, яуап бир, – тигән уҡытыусы. – Картуф, – тигән Вәли. – Юҡ шул, картуф түгел, кем дөрөҫ яуап бирер, әүҙемерәк булығыҙ, – тип йәнә ҡыҙ-малайҙарға өндәшкән уҡытыусы. Вәли тағы ла ҡулын күтәреп яуап биргән, шул уҡ картуфты әйткән. Уҡытыусы һуған тип әйттергеһе килгән, әммә быны берәү ҙә белмәгән. – Улай булғас, Вәли, аңлат, ни өсөн картуф? – тигән уҡытыусы. – Теге көндө мәктәп баҡсаһында картуф ҡаҙығанда Сәлим бәргән картуф танауыма килеп тейгәйне, шундуҡ күҙҙәрҙән йәштәр атылды, - тимәһенме Вәли! Фото: асыҡ сығанаҡтан.