Найти тему
Башҡортостан гәзите

Рузалия апайҙан "Генерал" торты рецебы

Ишембай районы Ишәй ауылынан Рузалия Ниғмәтуллина үҙешмәкәр йырсы, көйҙәр ижад итеүсе генә түгел, аш-һыуға ла бик оҫта апай. Бигерәк тә уның бауырһаҡтары уңып бешә. “Башҡортостан “ гәзите уҡыусыларына ул был юлы балалары яратып ашаған, байрамдарҙа һәр ваҡыт табынын биҙәгән “Генерал” тортының рецебын тәҡдим итә. -Бының өсөн 5 йомортҡа, 150 г аҡ май, 1стакан ҡала ҡаймағы, 2 стакан шәкәр ҡомо, 2 стакан он кәрәк. Бер балғалаҡ соданы уксуста һүндереп алырға һәм барыһын бергә яҡшылап болғатырға һәм өс өлөшкә бүлергә. Ә бер өлөшөнә какао ҡушырға кәрәк. Йәймәләрҙе духовкала бешереп алырға. Кремды аҡ май һәм ҡуйыртылған һөттән эшләйем. Йәймәләрҙең ситен тигеҙләп киҫеп, араларына кремды буяп ҡатлайым. Өҫтөн үҙем теләгәнсә биҙәйем, - ти Рузалия ханым. Бик тәмле килеп сыға. Ял көндәрендә, байрамдарҙа яҡындарығыҙҙы, ҡунаҡтарҙы һыйларға шәп ризыҡ. Фото:Рузалия Ниғмәтуллинаның архивынан.