Найти тему
Башҡортостан гәзите

Хәйбулла ҡатын-ҡыҙҙары туп тибә!

Хәйбулла районында “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы, төрлө спорт ярыштары үтеп тора. Яңыраҡ Вәлит һәм Комсомол ауылдарының тәүәккәл ҡатын-ҡыҙҙары мини-футбол буйынса көс һынашты, тип хәбәр итә “Хәйбулла хәбәрҙәре”. Сәмләнеп уйнаған аҫыл зат вәкилдәренең ярышын ҡарарға тамашасылар ҙа йыйылғайны. “Беҙҙең 75 йәшлек Маһиәсмә инәйебеҙ ҡапҡала тороп, бер гол да индермәне!”– тип ғорурланған ярышты күҙәтеүсе көйәрмәндәрҙең береһе социаль селтәрҙә. Донъя мәшәҡәттәрен ҡалдырып тороп, буш ваҡыттарын йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тырышҡан ҡатын-ҡыҙҙарға “Афарин!” тиергә генә ҡала. Фото: “Хәйбулла хәбәрҙәре”.