Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә “Амкодор-Ағиҙел” – уңышты йыйып алғандан һуң игенде эшкәртеү буйынса ҡорамалды сығарыу заводын төҙөү проектын уңышлы тормошҡа ашырған өсөн дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы булды. Сараны Хөкүмәт Премьер-министры үткәрҙе. Андрей Назаров төбәк, ил өсөн проекттың мөһимлеге һәм уны тормошҡа ашырғанда инвесторға булышлыҡ итеүҙең уникаль инструменттарының файҙаланыуы тураһында һөйләне. Һәр йәһәттән ярҙам күрһәтелгән. Завод бәләкәй хужалыҡтарға, ҙур аграр холдингтарына импортты алмаштырыу мөмкинлеген биргән заманса иген киптереү комплекстарын тулыһынса сығарыуға әҙер. - 2021 йылдың декабрендә Беларуста сәфәрҙә булғанда белорус предприятиеларының береһен локалләштереү тураһында килешкәйнек кенә. Был ҙур, мөһим булһа ла, шәп атҡарылыр эш булып күренмәне. Бер йылдан кәмерәк ваҡытта Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында килешеүгә ҡул ҡуйылды, ә 2022 йылдың көҙөндә беренсе таш һалынды. Туғыҙ айҙан һуң предприятиеға старт бирелде. Проектты төҙөүселәргә