Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, кисә Федоровка районында үлемесле юл-траспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, киске сәғәт һигеҙ тирәһендә Федоровка ауылы янында ҡара-ҡаршы килгән "Ростсельмаш" комбайны менән "ВАЗ-2107" машинаһы бәрелешкән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,"ВАЗ" водителе алған йәрәхәттәрҙән ашығыс медицина ярҙамы килгәнсә вафат була. Еңел автомобилдән дүрт пассажир (ике ир һәм ике ҡатын) дауаханаға оҙатылған. Авария осрағы буйынса тикшереү бара, уның сәбәптәре асыҡлана. Көндәрҙең кинәт һыуытып, ҡар ҡатыш ямғырҙар яуыуы машина йөрөтөүселәр өсөн юлдарҙа ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Шуға күрә водителдәргә иғтибарлы булырға саҡырабыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Фото: "Башинформ".