Асҡын районының Билгеш ауылы хужабикәләренең эшләмәгән эше, бешермәгән ашы юҡ, тип әйтһәк, һис тә арттырыу булмаҫ. Күптән түгел улар бәшмәк тоҙлау буйынса оҫталыҡ дәресе менән уртаҡлашҡайны. Әйткәндәй, был видеояҙма төркөмөбөҙҙәге дуҫтарыбыҙға бик оҡшаны. Әле бына билгештәр кәбеҫтә тоҙлап "мәж" килә, сөнки был ризыҡтың ни тиклем тәмле, витаминдарға бай, файҙалы икәне һәр кемгә мәғлүм.Кәбеҫтә кетерләп кенә торһон тиһәгеҙ, видеола Розалия ханым Ғиндуллина өйрәткәнсә эшләгеҙ. Иң төп ҡағиҙә: кәбеҫтәне үтә йомшартҡансы ныҡ итеп ыумағыҙ. Әнис орлоғон да ҡушырға онотмағыҙ.Үҙҙәренең баҡса уңышына һөйөнөп, эш серҙәрен башҡаларға өйрәтергә лә ваҡытын тапҡан ауыл әүҙемдәре тик маҡтауға лайыҡ. Тырышһаң, ашың - тәмле, донъяң - бөтөн, кәйефең көр була шул. Фото, видео һәм сығанаҡ: vk.com/club217813057