Башҡортостанда кадастр иҫәбенә ҡуйылған күп фатирлы йорттар һаны 29 процентҡа артҡан. Был хаҡта республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Быйыл туғыҙ ай эсендә Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығы кадастр иҫәбенә 116 күп фатирлы йортто ҡуйған. Былтыр ошо уҡ осорҙа был һан 90 булған. - Башҡортостан биләмәләрҙең комплекслы үҫеше проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы төҙөлөүен дауам итә. Бөгөн күп фатирлы йорт урынлашҡан йорт һәм уның составындағы объекттар булған ер участкаһын участка урынлашҡан схема нигеҙендә барлыҡҡа килтерергә мөмкин. Был проектты әҙерләүгә, биләмәне межалауға ҡарағанда, күпкә еңелерәк. Раҫланғанға тиклем схема йәмәғәт тыңлауын үтергә тейеш, - тип белдерҙе Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығы етәксеһе Петр Клец. Капиталь төҙөлөш объектын файҙаланыуға тапшырыу өсөн рөхсәт биргән органдар күп фатирлы йорттарҙы һәм ундағы барлыҡ торлаҡ булған-булмаған биналарҙы кадастр иҫәбенә ҡуйыу тураһындағы ғаризаны Росреест