Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Барыһы ла халыҡ сәләмәтлеге өсөн

Кушнаренко үҙәк район дауаханаһына видеосистемаһы булған фиброколоноскопты килтергәндәр. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Беренсел звеноны заманлаштырыу” төбәк программаһына ярашлы мөмкин булды. Фиброколоноскоп – алдынғы медицина ҡорамалдарының береһе. Ул эсәктәрҙең лайлалы ҡабығын пациент өсөн уңайлы тишереү өсөн кәрәк. Был прибор колоректаль зона сирҙәрен, шул иҫәптән полипты, тура эсәк яман шешен үҙ ваҡытында, тәүге стадияларҙа асыҡларға булышлыҡ итә. Ғәҙәттә, оло йәштәгеләрҙең ҡапыл гемоглобин кимәленең төшөүе, йыуан эсәктә яман шеш булыуы ихтималлығында, ашҡаҙан-эсәктәрҙән ҡан килгәндә был аппарат ярҙамында тикшерәләр. Табиптар билдәләүенсә, был сирҙе ҡыҫҡа ваҡытта билдәләргә булышлыҡ итә. - Тикшереүҙәр медицина күрһәткестәре буйынса һәм, диспансерлаштырыуға ярашлы үткәрелә, сөнки иртә диагностикалау сирҙе үҙ ваҡытында дауалау мөмкинлеген бирә. Бынан тыш, яңы ҡорамал патологияны анығыраҡ тикшереү өсөн биопсияға материал алыу мөмкинлеген бирә, - тип белдерҙе Кушнаренко дауаханаһы баш табибы Илдар Баҡаев. Республикабыҙҙың тағы бер медицина ойошмаһына – Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһына – яңы ҡорамал килтерелде. Ул – һанлы флюрография аппараты. Уның ярҙамында 11 меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән дә инде. Шуныһы үҙенсәлекле: ҡорамалды ҡуйыр алдынан бинала республика бюджеты иҫәбенә капиталь ремонт эштәре атҡарылған. Ҡорамал аҙ нурландырыу йәһәтенән отошло. - Һәр табип-рентгенолог тарафынан флюорографта эшләнгән һүрәт төрлө сирҙәрҙе иҫкәртеүҙә ҙур роль уйнай. Шуға даими флюорографик тикшереүҙәрҙе үткәреү кеше сәләмәтлеге өсөн мөһим, - ти Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Азамат Ғәлиев. Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.