Найти в Дзене

49 йәшлек яугир менән хушлаштылар...

Бәләбәйҙә Украинала махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған 49 йәшлек рядовой Марат Мирсаев менән хушлаштылар. Был турала муниципалитет етәксеһе Азат Сәхәбиев социаль селтәрҙәге битләүендә яҙған. “Мараттың әсәһе алдында баш эйәм. Ул ысын хәрби һәм Тыуған ил һаҡсыһы үҫтергән! Барыбыҙ исеменән дә Марат Ринат улының яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашам. Ҙур юғалтыу, һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ...” тип яҙылған унда. Шулай уҡ Әлшәй районының башлығы Дамир Мостафин да ҡайғы уртаҡлашҡан. Марат Мирсаев тыумышы менән Әлшәй районынан, урта мәктәптән һуң электросварщик һөнәренә уҡый, армияла хәҙмәт итә. Контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юллана. Үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградланған. Батырҙың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.