Кесе йома, 19 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһының Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан Дағстандың халыҡ шағиры Рәсүл Ғамзатовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Мостай Кәрим һәм Рәсүл Ғамзатов: үҙ халыҡтарының аҡыл илселәре” исемле түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Түңәрәк өҫтәл эшендә яҙыусылар, республиканың ижади эшмәкәрҙәре, ғалимдар һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Үҙенең сәләмләү сығышында Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Ибраһимов Азат Әхмәт улы был сараның мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡһыныу күрһәткәндәре һәм ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан республикаһы яҙыусылар Союзы исеменән сәләмләү һүҙе менән шағирә, драматург Тәнзилә Дәүләтбирҙина сығыш яһаны һәм түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларға емешле эш теләне. Шулай уҡ Рәсүл Ғамзатов менән Мостай Кәримдең дуҫлығы – изгелек, кешелек һәм тоғролоҡтоң кәүҙәләнеше, тип билдәләне. Саҡырылған ҡ
Мостай Кәрим һәм Рәсүл Ғамзатов - үҙ халыҡтарының аҡыл илселәре
20 октября 202320 окт 2023
3 мин